12 Уға Ильяс пәйғәмбәрҙән хат килә. Унда былай тиелгән була: Һинең боронғо бабаң Дауыттың Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Һин атайың Йеһошафаттың, Йәһүҙә батшаһы Асаның юлынан йөрөмәнең,
Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды.
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылманы, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне; халыҡ һаман уларҙа ҡорбан салып, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте.
Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.
Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була. Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була.
– Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.
Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө.
Көтмәгәндә кешенең ҡул суғы пәйҙә булды ла батша һарайының ағартылған диуарына шәмдәл ҡаршыһына ниҙер яҙа башланы. Батша яҙған ҡулды үҙ күҙҙәре менән күрҙе.