Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 21:10 - Изге Яҙма

10 Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрә, сөнки Йеһорам ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 21:10
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм.


Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде.


Ә беҙгә килгәндә, беҙҙең Аллабыҙ – Раббы! Беҙ Унан баш тартманыҡ. Раббыға хеҙмәт итеүсе ҡаһиндар – Һарун улдары, левиҙәр ҙә үҙ вазифаларын башҡара.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра.


Йеһорам батша булған ваҡытта, эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп, уның хакимлығы аҫтынан сыға һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуя.


Йеһорам бөтә ғәскәр башлыҡтары, яу арбалары менән бергә шул тарафҡа йүнәлә. Бында уны Эдом ғәскәре уратып ала. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыға.


Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.


Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.


Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен.


Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Маҡҡыданан Ливнаға табан ҡуҙғалды һәм уға һөжүм итте.


Ҡаһин Һарун нәҫелдәре кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы тип иғлан ителгән Хевронды, уның тирә-яғындағы көтөүлектәрҙе, шулай уҡ Ливнаны,


Ә һеҙ Мине ташланығыҙ, бүтән илаһтарға хеҙмәт итә башланығыҙ. Шуның өсөн Мин һеҙҙе бынан ары ҡотҡармайым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ