34 Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Раббы Йеһу Ханани улы аша Исраил батшаһы Бағшаға былай тип белдерҙе:
Бағшаның нәҫелен Зимри тулыһынса юҡҡа сығарҙы. Был хәл Раббының Бағша тураһында Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренең тормошҡа ашыуы ине.
Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде.
Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, яу сапҡандары – барыһы тураһында ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.
Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә.
Асаның бөтә ғәмәлдәре башынан аҙағына тиклем Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде.
Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.
Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.