31 Шулай итеп, Йеһошафат Йәһүҙәлә хакимлыҡ итә. Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә була һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Ғазува – Шилхи ҡыҙы була.
Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.