2 Хәбәрселәр килеп, Йеһошафатҡа: – Диңгеҙ аръяғынан, Эдом яғынан, һиңә ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреү килә, улар инде Хасасон-Тамарға килеп еткән, – тиҙәр. Хасасон-Тамарҙың икенсе исеме – Ғейн-Геди.
Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы.
Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар.
Ниндәй гүзәлһең, һөйөклөм, Ниндәй гүзәлһең һин! Күгәрсендәй һинең күҙҙәрең!
Ғейн-Гедиҙән алып Ғейн-Ғеглаимға тиклем яр буйында балыҡсылар торор, улар ауҙарын йәйеп киптерер. Төрлө балыҡтар Бөйөк диңгеҙҙәге кеүек үк бик күп булыр.
Көньяҡтан сик Тамарҙан Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. Был – көньяҡ сик.
Ғадтың биләмәһенең көньяҡ сиге Тамарҙан алып Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, унан Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.
Сик артабан Иордан йылғаһы буйлап төшөр ҙә Тоҙло диңгеҙгә етеп туҡтар. Был һеҙҙең илегеҙ булыр. Уның сиктәре шулай.
Нившан, Тоҙ ҡалаһы һәм Ғейн-Геди – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала.
йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.