15 Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы.
Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».
Иртәгә уларға ҡаршы сығығыҙ. Улар хәҙер Сис артылышынан килә, ә һеҙ уларҙы үҙән осонда, Йеруил сүле алдында, тап итерһегеҙ.
Бөтәһен дә ҡарап сыҡҡандан һуң, тороп, дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға, ҡалған халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ уларҙан, бөйөк үә дәһшәтле Хакимыбыҙ Раббыны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Ағай-энеләрегеҙ, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ, ҡатындарығыҙ һәм йорттарығыҙ өсөн көрәшәһегеҙ, – тинем.
Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.
Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.
Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».
Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.
Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.
Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине.
Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште.
Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра.