14 Шул саҡ ошо йыйында Зәкәрьяһ улы Яхазиилға Раббы рухы иңә. Зәкәрьяһ Бенаяһ улы булып, Бенаяһ – Йеғиилдан, Йеғиил Леви ырыуынан булған Маттанъяһтан донъяға килә. Уларҙың нәҫел баштары Асаф була.
Ғивғондан Йишмағъяһ, утыҙ батырҙың береһе һәм уларҙың башлығы; Гедеранан Йермеяһ, Яхазиил, Йоханан һәм Йозавад;
Ғодед улы Ғазаръяһҡа Алла Рухы иңә.
Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора.
Йеһоядағ ҡаһиндың улы Зәкәрьяһты Алла рухы солғап ала һәм ул халыҡ алдына баҫып әйтә: – Раббы былай ти: «Ни өсөн һеҙ Раббы бойороҡтарын боҙаһығыҙ? Эштәрегеҙҙә уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ, сөнки Раббыны һеҙ нисек ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе шулай ташлаясаҡ».
Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;
Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.
Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла рухы иңде һәм
һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.
Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –