13 Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора.
Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!
Шул саҡ ошо йыйында Зәкәрьяһ улы Яхазиилға Раббы рухы иңә. Зәкәрьяһ Бенаяһ улы булып, Бенаяһ – Йеғиилдан, Йеғиил Леви ырыуынан булған Маттанъяһтан донъяға килә. Уларҙың нәҫел баштары Асаф була.
Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.
Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.
Ниневенең бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡымаға уранды.
Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.
Бөгөн барсағыҙ ҙа: ырыу башлыҡтары, аҡһаҡалдар, етәкселәр, Исраилдың бөтә ирҙәре, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, арағыҙҙа йәшәгән һәм утынығыҙҙы ҡырҡҡан, һыуығыҙҙы ташыған килмешәктәр – Аллағыҙ Раббы алдында тораһығыҙ.
Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.