ІІ Йылъяҙма 2:4 - Изге Яҙма4 Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр.