17 Сөләймән, ҡасандыр атаһы кеүек үк, Исраил ерендәге бөтә килмешәктәрҙе иҫәпләтә. Уларҙың һаны йөҙ ҙә илле өс мең алты йөҙ кеше булып сыға.
Дауыт Исраил еренә килеп төпләнгән сит ҡәүем кешеләрен йыйырға бойора һәм улар араһынан таш ҡырҡыусыларҙы Алла йортон төҙөр өсөн юнылған таш әҙерләргә ҡуя.
Ул етмеш мең йөк ташыусы менән тауҙарҙа таш ҡырҡыр өсөн һикһән мең эшсе тәғәйенләп, улар өҫтөнән өс мең алты йөҙ күҙәтсене эшкә ҡуша.