16 Беҙ иһә Ливанда һиңә кәрәк тиклем ағас әҙерләп, һаллап, диңгеҙ юлы менән Яфоға ҡыуырбыҙ, һин уны артабан Йәрүсәлимгә алып ҡайтырһың».
Дауыт Исраил еренә килеп төпләнгән сит ҡәүем кешеләрен йыйырға бойора һәм улар араһынан таш ҡырҡыусыларҙы Алла йортон төҙөр өсөн юнылған таш әҙерләргә ҡуя.
Йәһүҙәнән йыйылған барса халыҡ, ҡаһиндар ҙа, левиҙәр ҙә, Исраилдан килгән кешеләр ҙә, Исраилдан күсеп килеп, Йәһүҙәлә йәшәүсе килмешәктәр ҙә – һәммәһе күңел аса.
Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – хитти, әмөри, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә,
Сөләймән исраилдар ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итә. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай.
Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр.
Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.
Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.
Яфонан Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Шимғондың өйөндә ҡунаҡта», – тине.
Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.
Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр.
Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды.
Петрус байтаҡ көндәр Яфола Шимғон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.
Ме-Ярҡон һәм Раҡҡон, шулай уҡ Яфо ҡаршыһындағы ерҙәр инә.
Әммә уның бойороғо буйынса ғивғондар, шул көндән башлап, Исраил йәмғиәте һәм Раббы һайлаған урында ҡуйылған ҡорбан усағы өсөн утын һәм һыу ташырға тейеш булды. Улар әле лә шул эште башҡара.