Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 19:8 - Изге Яҙма

8 Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 19:8
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға,


Исһар нәҫеленән Кенанъяһ һәм уның улдары Раббы йорто менән бәйләнмәгән хеҙмәткә тәғәйенләнә. Улар Исраилда мөдир һәм хөкөмдар вазифаһын башҡара.


Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!


Йеһошафат уларға шундай бойороҡ бирә: – Вазифағыҙҙы Раббынан ҡурҡып, тоғролоҡ һәм саф күңел менән башҡарығыҙ.


Улар дәғүәләрҙе хәл итергә, ҡанундарыма таянып хөкөм сығарырға, Мин билдәләгән байрамдар тураһында ҡанун һәм ҡағиҙәләремде үтәргә, шәмбеләремде изге итеп һаҡларға тейештәр.


Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш.


Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ