7 Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.
Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?
Өсөнсө көндө уларға былай тине: – Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам.
Исраил Аллаһы әйтте миңә, Исраилдың Ҡаяһы былай тине: „Кешеләргә ғәҙеллек менән, Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес
Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым.
Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ, Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ.
Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы?
Эй Алла, өндәшмәй ҡалма, Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым!
Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.
Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –
Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.
Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.
– Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. –
Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә!
Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне.
Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.
Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббы алдында бөтәһе лә бер тигеҙ.
Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.
Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине: – Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ. Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты.