Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 19:6 - Изге Яҙма

6 уларға былай ти: – Һәр эшегеҙҙә иғтибарлы булығыҙ, һеҙ кеше хөкөмөн түгел, Раббы хөкөмөн ҡылыуығыҙҙы, хөкөм эшендә Уның ҡатнашҡанын белеп тороғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 19:6
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.


Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.


Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.


Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Ғайса былай тине: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Йөҙ башы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.


Илселәр сығып киткәс: – Исраилдар! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында ныҡлы уйлағыҙ.


Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен».


Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ