Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 19:10 - Изге Яҙма

10 Үҙ ҡалаларында йәшәгән ағай-энегеҙҙән килгән бәхәсле эштәрҙең ҡайһыһын ҡарағанда ла – үлтереш булһынмы ул, ҡанун, бойороҡ, ҡағиҙә йә ҡарар үтәлешенә ҡағылһынмы – Раббы алдында гонаһ ҡылып ҡуймаһындар, үҙҙәренең һәм һеҙҙең башығыҙға Раббының ҡәһәрен төшөрмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртегеҙ; шулай итһәгеҙ, гонаһҡа тарымаҫһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 19:10
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Йеһошафат уларға шундай бойороҡ бирә: – Вазифағыҙҙы Раббынан ҡурҡып, тоғролоҡ һәм саф күңел менән башҡарығыҙ.


Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм.


– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ә инде күҙәтсе ҡылыстың яҡынлашҡанын күрә тороп та борғо ҡысҡыртмаһа, ул халыҡты иҫкәртмәгән була. Ҡылыс килеп кешеләрҙең йәнен ҡыйһа, улар үҙҙәренең енәйәте өсөн үлтерелгән булыр, әммә уларҙың үлеме өсөн Мин күҙәтсене яуаплы итәсәкмен».


Муса Һарунға: – Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине.


Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне.


Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.


Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш.


Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ