Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:7 - Изге Яҙма

7 Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – ти. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – ти Йеһошафат.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:7
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Пәйғәмбәрҙе күргәс, Ахав уға: – Эй Исраилдың баш бәләһе, был һинме? – тине.


Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.


– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.


– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.


– Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ.


Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – ти.


Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти.


Ауыҙҙарын йәйеп миңә ғәйеп тағалар: «Ысын! Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек!» – тиеп торалар.


Көн оҙоно дошмандар эҙәрләй мине, Миңә күптәр һөжүм итә, эй Юғарыларҙан Юғары!


Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.


Йән ҡыйыусы ғәйепһеҙҙе күрә алмаҫ, намыҫлыны юҡ итергә тырышыр.


Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.


Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй.


Ҡала ҡапҡаһы янында хөкөм мәлендә фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ.


Эй Яҡуп нәҫеле, һеҙгә әйтелмәнеме ни? Раббының сабырлығы бөткәнме? Шулай эшләй аламы Ул? Дөрөҫ юлда йөрөгәндәргә Минең һүҙҙәрем яғымлы түгелме ни?


Ул шунда уҡ ҡатилға Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Ҡатил, төрмәгә барып, Яхъяның башын ҡырҡты.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ