6 Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – ти.
Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай. – Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.
Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – ти. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – ти Йеһошафат.