ІІ Йылъяҙма 18:31 - Изге Яҙма31 Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала, အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.