29 Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.
Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы.
Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китә.
Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була.
Зинасының күҙе эңер көтә, „Бер кем дә мине күрмәй!“ – тип йөҙөн ҡаплай.
Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?
Тауышының яғымлылығына ышанма, йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән.
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Шаул, танымаһындар өсөн кейемен алыштырҙы ла, ике кешеһен алып, төндә теге ҡатынға китте. Уға: – Зинһар, миңә күрәҙәлек ит, мин һиңә кемде әйтәм, шуның әруахын саҡыр, – тине.