28 Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китә.
Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.
– Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – ти Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәй.
Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.