18 Ә Михаяһ былай ти: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем.
Яҡуп, уларҙы күргәс: – Алла тупламылыр был, – тине лә был урынды Маханаим тип атаны.
– Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – ти Исраил батшаһы Йеһошафатҡа.
Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Исраил батшаһы Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!
Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр, Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ!
Шунда Ишағыяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының әйткәненә ҡолаҡ һал.
Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.
Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ!
Шулай ҙа, эй Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, Раббы һүҙен ишет! Раббы һинең турала былай ти: һин ҡылыстан үлмәйәсәкһең,
Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.
Шунан күрҙем: Тәхеттәр ҡуйылды, Мәңгелек Зат тәхеткә ултырҙы. Кейемдәре ап-аҡ ҡар ише, Сәстәре – бәрәс йөнө һымаҡ салт. Тәхете – утлы ялҡын, Тәгәрмәстәре – дөрләп янған ут.
Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.
Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине.