Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:15 - Изге Яҙма

15 – Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:15
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша.


Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр.


Шунан Михаяһ былай ти: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.


Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.


– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.


Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп: – Мин һеҙгә Паулус вәғәзләгән Ғайса вәкәләте менән бойорам, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты.


Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ