Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 18:10 - Изге Яҙма

10 Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 18:10
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерҙе: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»


Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юрай: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә.


Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.


«Был пәйғәмбәрҙәрҙе Мин ебәрмәнем, Улар үҙҙәре сабышып килгән. Мин уларға өндәшмәнем, Үҙҙәре пәйғәмбәрлек иттеләр.


– Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар.


Эйе, телдәренә нимә килә, шуны һөйләп, «Был – Раббы һүҙе!» тигән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин! – тип белдерә Раббы. –


Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей.


Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк.


Һеҙҙең күргәндәрегеҙ ялған, күрәҙәлегегеҙ алдаҡ түгелме ни? Минең һеҙгә әйтмәүемә ҡарамаҫтан: „Раббы шулай белдерҙе“, – тип һөйләйһегеҙ».


Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй.


Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ