8 Улар менән бергә левиҙәр Шемағъяһ, Неҫанъяһ, Зевадъяһ, Ғасаһил, Шемирамоҫ, Йонаҫан, Адонияһ, Товияһ, Тов-Адонияһ, шулай уҡ ҡаһиндар Әлишамағ менән Йеһорам була.
Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй.
Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.
Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.