7 Батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында ул ярандары Бен-Хаил менән Ғовадъяһты, Зәкәрьяһ менән Неҫанилды, Михаяһты Йәһүҙә ҡалаларына халыҡты уҡытырға ебәрә.
Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне.
Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.
Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.
Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ.
Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны.
Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар.
Мин, Вәғәзсе, Йәрүсәлимдә Исраил батшаһы булдым.
Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».
Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм, яңы иҙмә алып, өйҙө ҡабат һылаһындар.
Исасхарҙан – Суғар улы Неҫанил;
Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.
Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты:
Мин һиңә, Теофилос, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе.
Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.
Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.