Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 17:12 - Изге Яҙма

12 Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 17:12
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.


Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә.


Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра.


Йеһошафат ҙур байлыҡҡа эйә була һәм дан ҡаҙана. Ул Исраил батшаһы Ахав менән туғанлаша.


Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.


Бынан тыш ул Йәһүҙә тауҙарында ҡалалар, урмандарҙа ҡәлғәләр һәм манаралар һалдыра.


Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.


Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ