11 Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.
Тир батшаһы Хирам ғүмере буйы Дауыт батша менән дуҫ йәшәне. Сөләймәндең атаһы урынына батша итеп мәсехләнеүен ишетеү менән, илселәр ебәрҙе.
Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды.
Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә.
Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була.
Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта.
Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә.
Бынан тыш һатыусылар һәм сауҙагәрҙәр, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшалар һәм Исраилдың өлкә башлыҡтары ла Сөләймәнгә алтын-көмөш килтереп тора.
Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер була, йылдың-йылына был шулай дауам итә.
Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ, Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ. Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ, Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ.
Ғәрәбстан сауҙагәрҙәре, Ҡыдар хакимдары Һинең сауҙалашың булды: Бәрәс, һарыҡ, кәзә тәкәләре менән алыш-биреш итте.