4 Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала.
Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс,
Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды.
Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө.
Ашшур батшаһы Ахаздың үтенесен тыңланы һәм, ғәскәре менән Дамаскка һөжүм итеп, уны яулап алды, халҡын Ҡыйр ҡалаһына һөргөнгә ҡыуҙы, ә Ресинды үлтерҙе.
«Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ – ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».
Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтай һәм был эшен ташлап ҡуя.
Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә.
Бағалаҫты төҙөкләндерә, шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдыра. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә, нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөтә.
Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар.
Элекке ваҡытта Зевулун менән Нафтали ерҙәрен түбәнһеткән Раббы, киләсәктә диңгеҙ юлын, Иордандың аръяғын, ят ҡәүемдәр йәшәгән Галилеяны данға күмер.
Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.
Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.