2 Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша:
Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде.
Был хәбәр менән бергә Ахаз Ашшур батшаһына бүләккә Раббы ҡорамында һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә табылған бөтә алтын менән көмөштө ебәрҙе.
Хизкияһ уға Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә көмөштө түләне.
Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона.
«Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ – ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».
Ахаз Раббы ҡорамында, үҙ һарайында һәм түрәләрҙә булған хазиналарҙы алып Ашшур батшаһына бирә, әммә бының файҙаһы теймәй.
Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.