11 Асаның бөтә ғәмәлдәре башынан аҙағына тиклем Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.
Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.
Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.
Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Ғуззияһтың башҡа ғәмәлдәрен, башынан аҙағынаса, Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр яҙып ҡалдырған.
Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре, уның бөтә яуҙары һәм тотҡан юлы Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән.
Шафан кәтип батшаға Хилҡияһ ҡаһиндың үҙенә китап биргәнен дә еткерә. Ул уны батшаға уҡып ишеттерә.
башынан аҙағынаса Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған.
Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә.