1 Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона.
Әгәр был халыҡ Йәрүсәлимгә барып, Раббы ҡорамында ҡорбан салырға йөрөһә, күңелдәре менән ҡабат хакимдарына, Йәһүҙә батшаһы Рехавғамға, боролор. Мине үлтереп, яңынан Рехавғамға барырҙар».
Асаның хакимлығының утыҙ бишенсе йылына тиклем һуғыштар булмай.
Ул дәүерҙә юлға сығыу ҡурҡыныс ине, килгәнгә лә, киткәнгә лә именлек булманы, ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҡуҙғыны.
Бөтә йәһүҙиҙәр менән бинйәминдәрҙе, улар менән бергә йәшәргә тип күсеп килгән әфраимдарҙы, менашшеларҙы һәм шимғондарҙы саҡыра – Аллаһы Раббы Аса менән икәнлеген күргәс, исраилдарҙың күбеһе уның яғына сыҡҡан була.
Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша:
Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны.
Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Неҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы.