Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 15:6 - Изге Яҙма

6 Бер халыҡ икенсе халыҡты юҡ итте, бер ҡала икенсе ҡаланы емерҙе, сөнки Алла төрлө хәтәрҙәр менән уларҙы хафаға һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 15:6
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.


Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Әммә фәҡирҙе һәләкәттән ҡотҡара, Ғаиләһен ҡуй көтөүеләй үрсетә.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡара, бәлә халыҡтан халыҡҡа күсә, Ерҙең сиктәренән ғәрәсәт ҡуба!»


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,


Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына.


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ