4 Ләкин баштарына бәлә килгәс, улар Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ борҙолар, Уны эҙләнеләр, һәм Раббы уларға табылды.
Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Бәләгә тарығас, ул Аллаһы Раббыға бик ныҡ ялбара һәм ата-бабаларының Аллаһына ихлас буйһона.
«Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.
Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!
Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.
Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.
Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
Ә Ишағыяһ Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».