Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 15:14 - Изге Яҙма

14 Шау-гөр килеп, шат ауаздар сығарып, борғолар һәм мөгөҙҙәр өрөп, Раббыға ант бирәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 15:14
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Исраил Аллаһы Раббыға ынтылмағандар, оломо ул, кесеме, ир кешеме ул, ҡатын-ҡыҙмы, үлергә тейеш була.


Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.


үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.


Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне.


Ҡаһиндары араһында – Муса менән Һарун, Шемуил да Уны саҡырғандар менән бергә. Улар Раббыға ялбарҙы, Ә Раббы яуап ҡайтарҙы.


Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.


– Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ