1 Ғодед улы Ғазаръяһҡа Алла Рухы иңә.
Раббы Рухы минең аша һөйләй, Телемдең осонда – Уның һүҙе.
Малсыларҙың сатырҙарын да туҙҙырып, көтөү-көтөү ваҡ малдарын, дөйәләрен ҡыуып алып китәләр һәм Йәрүсәлимгә ҡайталар.
Шул саҡ ошо йыйында Зәкәрьяһ улы Яхазиилға Раббы рухы иңә. Зәкәрьяһ Бенаяһ улы булып, Бенаяһ – Йеғиилдан, Йеғиил Леви ырыуынан булған Маттанъяһтан донъяға килә. Уларҙың нәҫел баштары Асаф була.
Йеһоядағ ҡаһиндың улы Зәкәрьяһты Алла рухы солғап ала һәм ул халыҡ алдына баҫып әйтә: – Раббы былай ти: «Ни өсөн һеҙ Раббы бойороҡтарын боҙаһығыҙ? Эштәрегеҙҙә уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ, сөнки Раббыны һеҙ нисек ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе шулай ташлаясаҡ».
Ирҙәрҙән икәү тупламда ҡалғайны – береһенең исеме Әлдад, икенсеһенеке Медад ине. Аҡһаҡалдар исемлегенә индерелгән булһалар ҙа, Изге сатыр янына сыҡмағайнылар, әммә уларға ла Рух иңде. Улар тупламда пәйғәмбәрлек итте.
Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла рухы иңде һәм
Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне.
Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.