8 Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.
Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһатты һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтте.
Улам улдары ҡаһарман яугирҙәр, мәргән уҡсылар була, уларҙың улдары һәм ейәндәре бик ишле булып, барлығы йөҙ илле йәнгә етә. Улар барыһы ла – бинйәминдәр.
Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була.
Ғаҫ, Мареша, Зифты,
Улар Раббыға тоғролоҡ һаҡламағанға күрә, Рехавғамдың батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимгә һөжүм итә.
Шишаҡтың бер мең ике йөҙ яу арбаһы, алтмыш мең һыбайлыһы була, ә уның менән бергә Мысырҙан килгән ливиялыларҙың, суккиҙарҙың, куштарҙың иҫәбе-һаны булмай.
Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара.
Куштар менән ливиялыларҙың ғәскәрҙәре ҡеүәтле, яу арбалары һәм һыбайлылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел инеме ни? Ләкин һин Раббыға ышанғас, Ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырғайны.
Күпмелер ваҡыттан һуң моавтар менән ғаммондар, йәнә лә Мағон иленән ҡайһы берәүҙәр уларға ҡушылып, Йеһошафатҡа ҡаршы яу аса.
Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана.