Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 14:7 - Изге Яҙма

7 Аса йәһүҙиҙәргә былай ти: – Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 14:7
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды.


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша;


Илдә тыныслыҡ булған дәүерҙә ул Йәһүҙә ҡалаларын нығыта. Раббы уға тыныс тормош биргән өсөн, ул йылдарҙа һуғыштар булмай.


Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.


Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра.


Бинйәмин ырыуынан яугирҙәрҙең башлығы Әлъядағ була. Был баһадир һуғышсының уҡ-һаҙаҡлы һәм ҡалҡанлы ике йөҙ мең яугире;


Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә.


Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана.


Улар ҡулы аҫтында өс йөҙ ете мең биш йөҙ ҡаһарман яугир булып, улар батшаға фиҙаҡәр рәүештә ярҙам итергә, дошманға ҡаршы һуғышҡа инергә әҙер тора.


Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.


Ул Үрге Бейт-Хорон менән Түбәнге Бейт-Хоронды ҡайтанан ҡора, уларҙы диуарҙар менән уратылған, бикле ҡапҡалы ҡәлғә-ҡалаларға әйләндерә.


Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәргәндең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта бер кем дә бер нәмә лә эшләй алмаҫ.


Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.


Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.


Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, ҡолағы ҡылған доғаларына асыҡ. Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ