5 Йәһүҙә ҡалаларының бөтәһендә лә табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм хуш еҫ төтәтеү ҡорбан усаҡтарын юҡҡа сығарта. Аса заманында батшалыҡ именлектә көн итә.
Рехавғам Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Йәһүҙәләге ҡалаларҙы диуарҙар менән ураттыра.
Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша;
Уның бойороғо менән халыҡ Бәғелдең ҡорбан усаҡтарын һәм улар янындағы хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерә, Ашера ҡолғаларын ҡырҡа, уйылған һәм ҡойолма боттарҙы вата, онтаҡтарын уларға ҡорбан килтергәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә һибә.
бөтә Исраил илендә уларҙың ҡорбан усаҡтарын, Ашера ҡолғаларын юҡ иттерә, боттарын селпәрәмә килтереп ташлай. Шунан һуң Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.
Ҡорбан усаҡтарығыҙ емерелер, хуш еҫ ҡорбандары төтәткән усаҡтарығыҙ ватылыр. Үлтерелгәндәрегеҙҙең мәйеттәрен боттарығыҙ алдына ырғытасаҡмын.
Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.