Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 14:10 - Изге Яҙма

10 Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 14:10
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡта исраилдар буйһонорға мәжбүр була, ә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ышаныс бағлаған йәһүҙиҙәр еңә.


Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.


Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс,


Ул пелештиҙәргә, Гур-Бәғелдә йәшәгән ғәрәптәргә һәм мағондарға ҡаршы һуғышҡанда, Алла уға ярҙам итә.


Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара.


Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә.


Сөнки батша Раббыға инана, Юғарыларҙан Юғарының мөхәббәте арҡаһында сайҡалмаҫ.


Ҡалҡ, Раббы! Әҙәм заты өҫтөн сыҡмаһын, Ҡәүемдәргә хозурыңда хөкөм ҡылынһын!


Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.


Йәһүҙә ирҙәре ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуы кешеләре менән бергә Сефаҫта йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итте. Улар был ҡаланы харам ҡылып тулыһынса юҡ итте. Шуның өсөн был ҡала Хорма тип атала.


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ