Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 13:7 - Изге Яҙма

7 Уның тирәһенә буш боғаҙҙар, нәфселе бәндәләр тупланды һәм Сөләймән улы Рехавғамды еңде. Рехавғам, йәш һәм йомшаҡ ихтыярлы булғанлыҡтан, уларға ҡаршы тора алманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 13:7
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Ике йүнһеҙ кешене уның ҡаршыһына ултыртығыҙ ҙа улар: „Навоҫ Алла менән батшаны хурланы“, – тип уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылһын. Шунан һуң уны тышҡа алып сығып, таш бәреп үлтерегеҙ».


Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр.


Батшаның халыҡты тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ, таралышайыҡ! Дауыт нәҫеле инде үҙ йортона ғына ҡараһын! – тиҙәр ҙә барыһы ла өйҙәренә ҡайтып китәләр.


Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була.


Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары!


Раббынан мин бер генә нәмә һораным, Тик бер генә нәмә теләгәнем: Ғүмерем буйы өйөндә төйәкләнәйем, Раббының күркәмлегенә хайран булып, Һәр ваҡыт ҡорамында яуап көтәйем.


Иген иккән икмәккә туйыр, буш-юҡ артынан ҡыуған әҙәм иһә – ахмаҡ.


Иген иккән икмәккә туйыр, буш артынан ҡыуған хәйерселеккә ҡалыр.


Эй ил халҡы, батшаң бала булып, түрәләрең иртә таңдан табын ҡора башлаһа, ҡайғы һиңә!


«Был халыҡ өҫтөнән малай-шалайҙы хаким итеп ҡуям, Әйҙә уларға бала-саға хакимлыҡ итһен», – ти Раббы.


Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


үҙ даирәңдә йүнһеҙ кешеләр барлыҡҡа килгәнен һәм ҡала халҡын һеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәрергә һәм уларға табынырға саҡырғандарын ишетһәң,


Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ.


Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Ифтах ағай-энеләренән ҡасып китте һәм Тов ерендә төйәкләнде. Уның янына йыйын әтрәгәләм тупланып, баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнә башланылар.


Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте.


Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ