21 Авияһ иһә көсәйгәндән-көсәйә бара. Ул ун дүрт ҡатын ала, егерме ике улы менән ун алты ҡыҙы була.
Авиямдың ҡалған ғәмәлдәре барыһы ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Авиям менән Яровғам араһында һуғыш дауам итте.
Рехавғам бөтә ҡатындары һәм йәриәләренә ҡарағанда ла Авшалом ҡыҙы Мағаханы нығыраҡ ярата. Уның ун һигеҙ ҡатыны менән алтмыш йәриәһе булып, уларҙан тыуған егерме һигеҙ улы менән алтмыш ҡыҙы була.
Авияһ заманында Яровғам башҡаса ҡеүәтен туплай алмай. Раббы уның йәнен ала һәм ул вафат була.
Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә.
Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала.
Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.