20 Авияһ заманында Яровғам башҡаса ҡеүәтен туплай алмай. Раббы уның йәнен ала һәм ул вафат була.
Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы.
Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы.
Авияһ Яровғамды эҙәрлекләп ҡыуа төшә һәм уның ҡалаларын – Бейт-Илде, Йешананы, Ғәфронды улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ҡулға төшөрә.
Авияһ иһә көсәйгәндән-көсәйә бара. Ул ун дүрт ҡатын ала, егерме ике улы менән ун алты ҡыҙы була.
– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.
Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе.
Ун көн тирәһе үткәс, Раббы Навалды ҡазаландырҙы, ул үлде.
Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.