2 Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша була. Әсәһе – Гивғанан Уриилдың ҡыҙы Михаяһ. Авияһ менән Яровғам араһында һуғыш ҡуба.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы.
Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша булды. Әсәһе – Авшаломдың ҡыҙы Мағаха.
Артабан Рехавғам Авшалом ҡыҙы Мағаханы ала, ул иһә Авияһты, Ғаттайҙы, Зизаны, Шеломиҫты табып бирә.
Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.
Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара.
Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.
Улар ары китте. Бинйәминдәр ырыуының Гивға ҡалаһына етәрәк, ҡояш байыны.
Бына бер ҡарт кисләп кенә баҫыуҙан эштән ҡайтып килә ине. Ул үҙе тыумышы менән Әфраим тауҙарынан булып, Гивғала йәшәй торғайны. Был ерҙә йәшәүселәр Бинйәмин ырыуынан ине.
Шаул да Гивғаға үҙенең өйөнә йүнәлде. Күңелдәренә Алла ҡағылған ҡыйыу ир-егеттәр уға эйәрҙе.