17 Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә.
Бына, юлбашсыбыҙ Алла беҙҙең менән. Уның ҡаһиндары борғолар ҡысҡыртып һеҙгә ҡаршы һуғышҡа өндәргә әҙер тора. Исраилдар! Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға ҡаршы һуғышмағыҙ, барыбер уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ!
Исраилдар йәһүҙиҙәрҙән ҡаса башлай, Алла уларҙы йәһүҙиҙәр ҡулына тапшыра.
Шул саҡта исраилдар буйһонорға мәжбүр була, ә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ышаныс бағлаған йәһүҙиҙәр еңә.
Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара.
Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.
Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.
Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.
Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме?