Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 13:15 - Изге Яҙма

15 йәһүҙиҙәр барыһы бергә һуғыш оранын ҡысҡыра һәм Алла Авияһ менән йәһүҙиҙәр алдында Яровғамды һәм бөтә исраилдарҙы ҡырып һала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 13:15
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.


Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.


Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай.


Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала,


Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй.


Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла.


Йыр. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.


Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Исраил йәмғиәте өсөн Раббы яулаған ерҙәр – көтөү йөрөтөргә яраҡлы, ә беҙ ҡолдарыңдың мал-тыуары бар бит, – тинеләр.


Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды.


Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ.


Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.


Бараҡ һөжүм иткәс, Раббы Сисераға, яу арбаларындағы һуғышсыларға, бөтә яугирҙәргә дәһшәт һалды. Сисера, яу арбаһынан төшә һалып, йәйәү ҡасып ҡотолдо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ