Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 12:5 - Изге Яҙма

5 Шул сағында Шишаҡтан ҡасып, Йәрүсәлимдә йыйылған Йәһүҙә башлыҡтары менән Рехавғам янына Шемағъяһ пәйғәмбәр килә лә: – Раббы былай ти: «Һеҙ Мине ташланығыҙ, шуның өсөн Мин һеҙҙе ташлайым, Шишаҡ ҡулына тапшырам», – тип белдерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 12:5
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.


Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерә:


Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Йеһоядағ ҡаһиндың улы Зәкәрьяһты Алла рухы солғап ала һәм ул халыҡ алдына баҫып әйтә: – Раббы былай ти: «Ни өсөн һеҙ Раббы бойороҡтарын боҙаһығыҙ? Эштәрегеҙҙә уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ, сөнки Раббыны һеҙ нисек ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе шулай ташлаясаҡ».


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.


Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә».


Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ