12 Рехавғам үҙенең ғәйебен танығас, Раббының асыуы уға төшмәй, уны бөтөнләйгә һәләк итмәй, сөнки Йәһүҙәлә яҡшы нәмәләр ҙә булған була бит.
Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?
Уны бөтә Исраил халҡы йәш түгеп оҙатыр. Әммә Яровғам ғаиләһенән бары ул ғына ҡәбергә инер, сөнки Исраил Аллаһы Раббы Яровғам нәҫеленән бары шул балала ғына яҡшы нәмә тапты.
Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған була.
Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».
Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;
Әҙәм балаларына ҡайғы-хәсрәтте Үҙе теләгәндән бирмәй бит ул.
Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек, Һин беҙҙе ғәфү итмәнең!
Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.