1 Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.
Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.
Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине.
Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр.
Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе.
Улар Йәһүҙә батшалығын нығыта һәм өс йыл буйы Сөләймән улы Рехавғам яҡлы була, сөнки ошо өс йыл буйы улар Дауыт менән Сөләймән юлынан тайпылмайҙар.
Ул бик уйлап эш итә, бөтә улдарын Йәһүҙә һәм Бинйәмин ерҙәрендәге нығытылған ҡалаларға ебәреп бөтә, муллыҡта йәшәүҙәрен хәстәрләй һәм бик күп ҡатын алып бирә.
– Йәһүҙә батшаһы Сөләймән улы Рехавғамға, Йәһүҙәлә йәшәгән бөтә исраилдарға һәм Бинйәмин ырыуына әйт,
Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була.
Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.
Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.
Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?
Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».
Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.
Һиңә йәшәү биргән Ҡаяңды оноттоң, Үҙеңде донъяға килтергән Алланы хәтереңдән сығарҙың.
Ҡайҙа ғына яу сапһалар ҙа, Раббы, алдан иҫкәртеп ҡуйғанса һәм ант иткәнсә, уларҙы бәлә-ҡазаға дусар итте. Исраилдарҙың хәле мөшкөлләнде.