Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 11:8 - Изге Яҙма

8 Ғаҫ, Мареша, Зифты,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 11:8
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала.


Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була.


Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс,


Марешанан Додауа улы Әлиғәзәр, Йеһошафатҡа пәйғәмбәрлек итеп, былай ти: – Ахазъяһ менән әшнәләшкәнеңә күрә, Раббы һинең эшеңде юҡҡа сығарасаҡ. Караптар емерелә һәм Таршишҡа барып етә алмай.


Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары.


Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.


Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне.


Зиф ҡалаһы кешеләре, Гивғаға барып, Шаулға: – Дауыт беҙҙә, Йешимондың көньяғындағы Хахила ҡалҡыулығында, Хорешта ҡасып ята.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ