21 Рехавғам бөтә ҡатындары һәм йәриәләренә ҡарағанда ла Авшалом ҡыҙы Мағаханы нығыраҡ ярата. Уның ун һигеҙ ҡатыны менән алтмыш йәриәһе булып, уларҙан тыуған егерме һигеҙ улы менән алтмыш ҡыҙы була.
Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты.
Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.
Сөләймәндең батша ҡыҙҙарынан алған ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе бар ине. Бына шул ҡатындар уны юлдан яҙҙырҙы ла инде.
Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша булды. Әсәһе – Авшаломдың ҡыҙы Мағаха.
Ул бик уйлап эш итә, бөтә улдарын Йәһүҙә һәм Бинйәмин ерҙәрендәге нығытылған ҡалаларға ебәреп бөтә, муллыҡта йәшәүҙәрен хәстәрләй һәм бик күп ҡатын алып бирә.
Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын.
был кеше мал-мөлкәтен улдарына бүлгәндә, яратмаған ҡатынынан беренсе булып тыуған улының баш бала өҫтөнлөгөн яратҡан ҡатынынан тыуған улына бирә алмай.
Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды.